

Баш ауыртыуынан татлы дауалар
Әстерхан сәтләүегенән дауа
Әстерхан сәтләүеген ит турағыстан үткәреп, ҡуйы бутҡа кеүек булырлыҡ итеп бал ҡушып болғатабыҙ. Әгәр теләк булһа, бер семтем дәрсен менән имбирь порошогын да ҡушып болғатырға мөмкин.
Шифалы һәм тәмле ҡатнашманы һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Дауаны көн һайын 3 тапҡыр ашар алдынан берәр аш ҡалағы ашарға кәңәш ителә.
Бал менән һуған һуты
1 стакан шыйыҡ балға 1/3 стакан һуған һуты өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ. Унан әҙер ҡатнашманы һыуытҡысҡа ултыртабыҙ.
Үрҙәге дауа кеүек быныһы улай уҡ тәмле түгел. Әммә файҙалы.
Әҙер дауаны көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда берәр балғалаҡ ҡабырға кәңәш ителә.
Был иҫ киткес шәп дауа тамырҙарҙы таҙартыуҙан тыш организмдың һәр төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тороу көсөн дә арттырыу көсөнә лә эйә.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!