

Дөгөнән йөҙөмлө запеканка
Был запеканка өсөн ярты стакан дөгө, 0,25 стакан шәкәр, 2-3 йомортҡа, 0,5-1 стакан йөҙөм, 2 аш ҡалағы аҡ май, бысаҡ осонда ғына ванилин алына.
Дөгөнө һалҡын һыу менән йыуабыҙ. Унан кәстрүлгә һалабыҙ. Өҫтөнә 3 тапҡырға күберәк һалҡын һыу ҡоябыҙ.
Унан кәстрүлде утҡа ултыртабыҙ. Ҡайнап сығыу менән утын кәметәбеҙ. Һүрән утта 15-20 минут бешерәбеҙ.
Дуршлакка һалып һөҙөп алабыҙ ҙа һыуынғанын көтәбеҙ.
Духовканы йылытырға ҡуябыҙ.
Дөгөнө табаҡҡа һалып, өҫтөнә йомортҡа һалабыҙ. Шулай уҡ шәкәр, ванилин өҫтәйбеҙ. Барыһын да яҡшылап болғатабыҙ.
Аҡ май менән ванилин ҡушып болғатабыҙ.
Форманы майлайбыҙ һәм панировка өсөн булған кипкән икмәк валсығын һибәбеҙ.
Унан дөгө ҡатнашмаһын формаға йәйеп һалабыҙ.
180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 40 минут тирәһе ваҡытта бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!