

Йүтәлдән йәймәләр
Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлдән ҡотолоу өсөн һәр төрлө дауалар бар. Ул дауа төрҙәрен бер бөгөн генә тота килеп ҡулланмайҙар. Борон-борондан һынап өлгөргәндәр инде. Шундай рецепттарҙың береһен иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
Был дауа тын юлдарындағы ҡаҡырыҡты свғара. Балаларға бирергә лә ярай.
Тәүгеһе.
1. Бал менән тоҙҙо берәр ҡалаҡ алып, яҡшылап болғатабыҙ. Унан бинтҡа тигеҙ итеп һылайбыҙ ҙа төнгөлөккә күкрәк тәнгәленә һалабыҙ. Иртәнсәк түште дымлы салфетка менән һөртөп алабыҙ. Түштә ҡағиҙә булараҡ тоҙ ғына тороп ҡалырға тейеш.
2. Үҫемлек майы, бал һәм ондо бер үк миҡдарҙа алып, бергә ҡушып болғатабыҙ.
Унан бинт йәки марляға һылайбыҙ ҙа түшкә һалабыҙ. Уның өҫтөнә полиэтилен һәм мамыҡ ҡаплайбыҙ. 3 сәғәттән йыуып төшөрәбеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.