+21 °С
Болотло


Әгәр ауырыуҙы йоҡтороп өлгөрһәгеҙ, әремде көнөнә өс мәртәбә тамыҙабыҙ. Әрем һыуы вирустарҙы үлтереү көсөнә эйә. Бынан тыш ул иммунитетты ла нығыта. Профилактикалау маҡсатында әремде бер аҙна тамыҙабыҙ. Ауырыған осраҡта йүнәлгәнсе тамыҙабыҙ.
Киҙеү мәлендә бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы итеп төнәтелгән әрем һыуын уртаға бүлегеҙ. Уға тағы һыу өҫтәп төнгөлөккә эсеп ятығыҙ. Иртәнсәк ас ҡарынға эсеү ҙә ауырыуҙарға ҡаршы торорға ярҙам итер. Әгәр үтә әсе булып эсә алмаһағыҙ, бер аҙ бал өҫтәп болғатығыҙ.
Тик әремгә аллергияһы булғандарға, ауырлы ҡатындарға, кескәй балаларға әрем ярамай. Һау-сәләмәт булығыҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.