Файҙалы кәңәштәр
11 Октябрь 2023, 07:10

Әллә нимә ашағы килә ул

Был ризыҡ шундай һорауға яуап таба алмаусыларға, студенттарға йәки йәһәт кенә үҙенсәлекле нәмә бешереп ашарға теләүселәргә...

Бер банка тушенканы табала иҙеп, ҡайнатып сығарығыҙ. Өҫтөнә 2 - 3 ҡап доширак (ҡайһыныһын алһағыҙ ҙа була)  һалығыҙ, өҫтөнә уның эсендәге тәмләткестәрҙе һибегеҙ. Үҙегеҙгә оҡшағанын да өҫтәргә була. Өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡойоғоҙ һәм ҡапҡасты ябып 5 минут талғын утта ҡайнатығыҙ. Бик тәмле һәм ят ризыҡ әҙер. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас