

Дауаһы – ҡул аҫтында ғына
Миҙгелле киҙеүҙәр башланды. Ҡайҙа ҡарама йүткергән-сөскөргән кешеләр. Бындай мәлдә кешеләр күпләп йөрөгән ерҙәргә йөрөмәй тороу хәйерлерәк булыр. Ә инде ауырый башлаһағыҙ ябай, ҡул аҫтындағы йәшелсәләрҙе ҡулланығыҙ.
Көслө тымауҙан һуған һәм бал ярҙам итә. Ваҡ итеп туралған һуғанға шунса бал алына. Мәҫәлән, ярты стакан һуғанға ярты стакан бал. Уны 2 сәғәт һайын бер аш ҡалағы ашайбыҙ. Был тәмле ҡатнашма тымауҙы ла бөтөрә, тамаҡ ауыртыуын да туҡтата.
Әгәр йүткерһәгеҙ, тауышығыҙ юғалһа, тамаҡ ауыртһа, кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша йәки һут һыҡҡыс аша үткәреп алығыҙ ҙа, уның һутына һөт ҡушығыҙ. Күпме һут килеп сыға шунса һөт ҡушаһығыҙ. Уны утта ҡайнатып сығарығыҙ һәм һүндерегеҙ. Йылымыс килеш көнөнә бер нисә мәртәбә эсегеҙ. Әҙерәк бал ҡушырға ла була.
Ауырыуҙарға бирешмәгеҙ, дуҫтарым! Ныҡ булығыҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.