Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
7 Октябрь 2023, 05:15

Ҡыҙыл кәбеҫтәне күберәк эшлә...

Ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итә әхирәттәр. Был салатты йыл әйләнәһенә эшләргә була йәки көҙ күүүп итеп эшләп ҡуйырға була. Бер ҡыйынлығы юҡ. Өс баш кәбеҫтәгә 2 сөгөлдөр, бер баш һарымһаҡ, 1 ҙур кишер, 2,5 стакан һыу, 3 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 5 аш ҡалағы уксус, 2-3 лавр япрағы, 10 бөртөк ҡара борос алына. Әгәр әсе яратһағыҙ, 1 әсе борос өҫтәгеҙ. Кәстрүлгә һыу ҡойоп, лавр япраҡтары, тоҙ, шәкәр, боросто һалып ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас уксусты өҫтәйбеҙ ҙә, һүндерәбеҙ. Был маринад буласаҡ...

Ҡыҙыл кәбеҫтәне күберәк эшлә...Ҡыҙыл кәбеҫтәне күберәк эшлә...
Ҡыҙыл кәбеҫтәне күберәк эшлә...

Был салатты йыл әйләнәһенә эшләргә була йәки көҙ күүүп итеп эшләп ҡуйырға була бит. Бер ҡыйынлығы юҡ.
Өс баш кәбеҫтәгә 2 сөгөлдөр, бер баш һарымһаҡ, 1 ҙур кишер, 2,5 стакан һыу, 3 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 5 аш ҡалағы уксус, 2-3 лавр япрағы, 10 бөртөк ҡара борос алына. Әгәр әсе яратһағыҙ, 1 әсе борос өҫтәгеҙ. Кәстрүлгә һыу ҡойоп, лавр япраҡтары, тоҙ, шәкәр, боросто һалып ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас уксусты өҫтәйбеҙ ҙә, һүндерәбеҙ. Был маринад буласаҡ. Кәбеҫтәне эре итеп, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Сөгөлдөр, кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ йә йоҡа итеп балдаҡлап турайбыҙ. Һарымһаҡтарҙы ла шулай турайбыҙ. Хәҙер һауытҡа (мин ҡапҡаслы капрон биҙрә тотонам) әҙерәк кәбеҫтәне һалабыҙ, унан әҙерәк сөгөлдөр, кишер, һарымһаҡты һалабыҙ. Уларҙы алмашлап, ҡат-ҡат итеп һалабыҙ ҙа, өҫтөнә маринадты ҡоябыҙ һәм ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуябыҙ. 8-10 сәғәттән салат әҙер. Баҫтырып ҡуйған әйберҙе алғас, салаттың өҫтөнә бер стакан самаһы көнбағыш майы ҡоям (минең серем шунда). Салатты биҙрәһе менән һалҡын урында һаҡларға йә банкаларға һалып алырға була. Урын етмәһә, соланға ҡуям, ҡыштарын индереп, иретеп ашарға ла була, тәме боҙолмай. Салат бөткәс тороп ҡалған маринадты тағы ла салат эшләүгә тотонорға була (әҙерәк уксус ҡына өҫтәйһегеҙ инде)
Өстәлегеҙ мул, янығыҙҙа ҡәҙерле кешеләрегеҙ булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас