

Бындай картуфтың төп файҙаһы - калий витаминына һәм фолий кислотаһына бай булыуында. Ҡатын-ҡыҙҙарға көн дә бер төймә фолий кислотаһы эсергә ҡушалар, шулай бит? Был беҙҙең һаулыҡты, матурлыҡты һаҡлай, йәшлек витамины ла тиҙәр уны. Ә ауырлы ҡатындарға фолий бигерәк тә кәрәк. Ҡарындағы сабый камил булып үҫешһен өсөн.
Өлкәндәргә ҡыҙҙырылған картуф ярамай, ә бына ҡабығы менән тәгәрләтелгәне тик файҙаға ғына. Ябығыусыларға - бындай картуфта калорийҙар әҙ һәм ул туҡ тота. Ә тәмлелеге!
Шулай итеп, картуфты яҡшылап йыуығыҙ һәм ҡыҙған духовкаға һалығыҙ. Картуфтың ҙурлығына ҡарап, 20-30 минут бешә. Рукавҡа ла һалып бешерергә була. Тик ул саҡта ҡабығы беҙ яратҡанса ҡыҙарһын өсөн бешеп барғанында рукавтан сығарып, 5-7 минут тотоп алырға кәрәк.
Һау-сәләмәт булайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина