Файҙалы кәңәштәр
1 Октябрь 2023, 04:25

Бик тәмле бәшмәк

Бәшмәкте тоҙлайҙар, маринадлайҙар, киптерәләр... Уның тағы бер юлы бар. Уның буйынса бәшмәкте әҙерләп алһағыҙ, икенсе миҙгелгә тиклем өҫтәлегеҙҙә бәшмәктән төрлө ризыҡ булыр...

Бик тәмле бәшмәкБик тәмле бәшмәк
Бик тәмле бәшмәк

Күп уңғанбикәләр аңлағандыр, һүҙ бәшмәкте туңдырыу тураһында бара. Йыйған бәшмәктәрҙе яҡшылап таҙартып, йыуып, ике мәртәбә бешерегеҙ. Икенсе мәртәбә бешергәндә тоҙ һалығыҙ. Ул бәшмәккә һеңһен. Һыуынған бәшмәктәрҙе бәләкәй һауыттарҙа йә ҡапсыҡта бешерәбеҙ. Өҫтәлгә биргәндә:

- ваҡ итеп туралған һуған менән,

- ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ менән,

- укроп, петрушка менән,

- бер аҙ уксус һибеп, һуған менән бирәбеҙ.

Ашҡа, картуф һ.б. ҡыҙҙырғанда өҫтәйбеҙ. 

Бына шулай әҙерләп алған бәшмәк өҫтәлегеҙҙе төрләндереп ебәрер.

Бәхетле булығыҙ, дуҫтарым!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас