Файҙалы кәңәштәр
27 Сентябрь 2023, 12:50

Аяҡтар бер ҙә һыҙламаһын!

Шул уҡ ваҡытта аяҡтар, быуындар һыҙлауынан алма уксусы ла ярҙам итер. Бының өсөн 1 стакан йылы һыуға 1 сәй ҡалағы алма уксусын ҡойоп (тәме оҡшамаһа бер сәй ҡалағы бал өҫтәп) көнөнә ике мәртәбә эсәбеҙ...

Аяҡтар бер ҙә һыҙламаһын!Аяҡтар бер ҙә һыҙламаһын!
Аяҡтар бер ҙә һыҙламаһын!

Кешеләрҙең йыш ҡына аяҡтары һыҙлауына, быуындары хәлһеҙләүенә зарланыуын ишетергә тура килә. Һәм был бәлә ниндәй йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан күҙәтелеүе бар.

Бындай һыҙланыуҙарҙан төрлө күнекмәләр, ауыртыуҙы баҫа торған мазь-кремдар ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта аяҡтар, быуындар һыҙлауынан алма уксусы ла ярҙам итер. Бының өсөн 1 стакан йылы һыуға 1 сәй ҡалағы алма уксусын ҡойоп (тәме оҡшамаһа бер сәй ҡалағы бал өҫтәп) көнөнә ике мәртәбә эсәбеҙ. Алма уксусының составында калий, кальций, магний, В төркөмөндәге бар витаминдар бар. Ул тотош организмға ыңғай тәьҫир итә. Аяҡтар һыҙлауынан ҡотолоу өсөн уны бер ай дауамында эсергә кәрәк. Шулай уҡ аяҡтарҙы алма уксусы менән ыуыу ҙа бик яҡшы ярҙам итә, варикозлы аяҡтарға килешә. 

Шулай уҡ алма ашау ҙа аяҡ-ҡулдарығыҙҙы кәрәкле витаминдар менән тәьмин итер. Ә хәҙер алма бик күп! Нығынып ҡалығыҙ!

Һау-сәләмәт булығыҙ, дуҫтарым!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас