Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
26 Сентябрь 2023, 08:58

Муйын остеохондрозына ҡаршы биш күнекмә

* Эйәгегеҙҙе аҫҡа төшөрөгөҙ, хатта ки муйынығыҙға тейҙерегеҙ. Башығыҙҙы башта уң яҡҡа 5 тапҡыр бороп ҡарағыҙ, унан шулай уҡ һул яҡҡа.  * Саҡ ҡына эйәгегеҙҙе күтәрә бирегеҙ. Шулай уҡ башта уң яҡҡа, унан һул яҡҡа 5-әр тапҡыр боролоп ҡарағыҙ.  * Башығыҙҙы уңға...

Муйын остеохондрозына ҡаршы биш күнекмәМуйын остеохондрозына ҡаршы биш күнекмә
Муйын остеохондрозына ҡаршы биш күнекмә

Муйын остеохондрозына ҡаршы биш күнекмә 

👉 Эйәгегеҙҙе аҫҡа төшөрөгөҙ, хатта ки муйынығыҙға тейҙерегеҙ. Башығыҙҙы башта уң яҡҡа 5 тапҡыр бороп ҡарағыҙ, унан шулай уҡ һул яҡҡа. 

👉 Саҡ ҡына эйәгегеҙҙе күтәрә бирегеҙ. Шулай уҡ башта уң яҡҡа, унан һул яҡҡа 5-әр тапҡыр боролоп ҡарағыҙ. 

👉 Башығыҙҙы уңға эйегеҙ, ҡолағығыҙ менән яурынығыҙға ҡағылырға тырышығыҙ. Был күнекмәне 5 тапҡыр ҡабатлағыҙ, унан ошолай уҡ һул яҡҡа эшләгеҙ. 

👉 Башығыҙҙы тура тотоғоҙ. Муйын мускулдарын ҡатырып, алға эйегеҙ. Шул уҡ ваҡытты башығыҙҙы артҡа тартып маташығыҙ. Көсөргәнешлек тыуырға тейеш. 

 

👉 Усығыҙҙы маңлайығыҙға ҡуйығыҙ ҙа артҡа этегеҙ. Был көсөргәнешлекте 3-әр тапҡыр 7-шәр секундҡа еткерегеҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас