+24 °С
Ямғыр


1 сәй ҡалағы кипкән әремгә ике стакан ҡайнап торған һыу ҡойоғоҙ. 20 минуттан һөҙөп алығыҙ. Көнөнә 3 мәртәбә ашар алдынан ярты стакан эсегеҙ.
Ауырып киткәс тә, профилактика өсөн дә эсергә була. Әрем сәйе температураны төшөрә, хәлде яҡшырта, гриптан өҙлөгөүҙән һаҡлай.
Әремде ауырлы ҡатындарға, был үләнгә аллергияһы булғандарға, медиина күрһәткестәре буйынса тыйылған кешеләргә эсергә ярамай.