+24 °С
Ямғыр


5 кг алмаға 1 стакан һыу, ярты стакан шәкәр, 400 г сгущенка (Ҡарламандыҡы иң яҡшыһы) кәрәк булыр.
Алманы йыуып, таҙартып, өҫтөнә һыу ҡойоп, әкрен утта бер сәғәт ҡайнат. Шунан блендерҙа өйрөлтөп йәки ныҡ итеп туҡы ла, сгущенка һәм шәкәр ҡушып 5-7 минут ҡайнат та, стерилләнгән банкаларға һалып яп. Тәмле булһын!