Файҙалы кәңәштәр
24 Сентября 2023, 05:00

Алманан ҡаҡ эшләнеңме?

Ишек алдында тәгәрәп ятҡан алманы нимә эшләтергә белмәйем, барыһын да эшләп бөттөм, ти хужабикәләр. Әлбиттә, ҡаҡ ҡойорға! Был бик файҙалы, витаминдарға бай аҙыҡ ҡышҡы һалҡын көндәрҙә һеҙгә көс бирер. Эшләүе лә ауыр түгел... 

Алманан ҡаҡ эшләнеңме?Алманан ҡаҡ эшләнеңме?
Алманан ҡаҡ эшләнеңме?

Алманы турайбыҙ, төбөнә әҙ генә hыу hалып, ярты сәғәт тирәhе ҡалын табанлы кәстрүл (ҡаҙанда) бешерәбеҙ. Артабан дуршлаг аша үткәрәбеҙ. Шунан 1-2 аш ҡалағы шәкәр hалабыҙ. Дөрөҫ туҡланыу яғында булғандар, шәкәр һалмай. Улай ҙа тәмле, әскелтем генә килеп сыға. Артабан биш минут тирәhе тағы ҡайнатабыҙ. Иң аҙактан әҙ генә лимон кислотаһы hибеп, майланган быялага йәйеп hалабыҙ һәм кипкәнен көтәбеҙ. Әҙер ҡаҡты рулет итеп төрөп һыуытҡыста йә һалҡын урында һаҡлайҙар. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас