Файҙалы кәңәштәр
22 Сентябрь 2023, 11:15

ҠАБАҠТАН турама

Шундай шәп ҡабымлыҡ килеп сығасаҡ. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Кәрәк буласаҡ:
- Ҡабаҡ 1,5 кг
- Һуған 1 кг
- Татлы борос
- Кишер
- Помидор 1 кг
- Дөгө ярмаһы 250 г
- Тоҙ 4 аш ҡалаҡ
- Шәкәр 100 г
- Көнбағыш майы 200 мл
- Аш һеркәһе 70% 1 сәй ҡалағы

Тәүҙә ҡабаҡты шаҡмаҡлап турарға. Ә һуғанды ярым түңәрәкләп, боросты оҙонсалай һәм помидорҙы өлөшләп турарға. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә, ә һарымһаҡты мөмкин тиклем ваҡларға. Барыһын бергә ҙур һауытҡа һалып, тоҙ, май һәм шәкәр өҫтәп, талғын утта бешерергә. Ҡайнап сыҡҡас, дөгө өҫтәргә һәм бер сәғәт ҡайнатырға. Болғап торорға онотмағыҙ. Әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын ябырға һәм әйләндереп ҡуйырға. Һыуынғас, һалҡын урында һаҡларға.

Фото асыҡ сығанҡтан алынды:1560768684260218ww-120

ҠАБАҠТАН турама
ҠАБАҠТАН турама
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас