+24 °С
Ямғыр
2 кг кәбеҫтә, 2 кг помидор, 1 кг һуғанды турыйбыҙ, 1 кг кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Шуға 0,5 литр көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 15 бөртөк ҡара борос, 5 лавр япрағы һалып бер сәғәт бешерәбеҙ.
Теләгән кешегә солянкаға бәшмәк тә һалырға була. Әммә уны һалғас, 15 минут бешереп, һыуын түгергә кәрәк.