Файҙалы кәңәштәр
17 Сентябрь 2023, 14:00

Матур булам тиһәң...

#матурлыҡ Кемдер укол һалдырып йәшәрә. Был рецептты ҡулланһағыҙ, йәшәрер өсөн һеҙгә бер ниндәй ҙә хирургия кәрәк булмаясаҡ. ⠀ 

Матур булам тиһәң...Матур булам тиһәң...
Матур булам тиһәң...

#матурлыҡ

Кемдер укол һалдырып йәшәрә.

Был рецептты ҡулланһағыҙ, йәшәрер өсөн һеҙгә бер ниндәй ҙә хирургия кәрәк булмаясаҡ. ⠀

Масканы ҡулланыр алдынан битегеҙҙе скраб менән таҙартып алайыҡ. Масканы 1 аш ҡалағы аҡ балсыҡ һәм 1 балғалаҡ глицepин ҡушып болғатығыҙ. Унан 1 балғалаҡ һырғанаҡ һәм 1 балғалаҡ һыу ҡушығыҙ. Барыһын бергә ҡушып ныҡлап болғатығыҙ.

Унан битегеҙгә йоҡа ғына итеп һылағыҙ. 15 минуттан йылымыс һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.

Аҙаҡ көн дә ҡулланған кремды һөртөгөҙ. Был масканы аҙнаһына 1-2 тапҡыр эшләргә.

Һау-сәләмәт һәм матур булып ҡалығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас