Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
17 Сентябрь 2023, 03:40

Дөгөлө йәғни охотничий салат

Был салатты тәмле һәм туҡлыҡлы булғаны өсөн яраталар. Уның үҙен айырым да, ҡайнар ашҡа ҡушып ашаһаң да бик шәп китеп бара. Әле уны ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйыу өсөн бар йәшелсәләр бар...

10 ярты литрлы банкаға 2,5 кг помидор, 1 кг ташҡабаҡ, 1 кг татлы борос, 1 кг кишер, 0,5 кг һуған, 350 мл көнбағыш майы, 3 ҡалаҡ тоҙ, 300 г дөгө ярмаһы, 250 мл 9 процентлы уксус, 1–2 һарымһаҡ, 5 лавр япрағы кәрәк. Йәшелсәләрҙе шаҡмаҡлап турап, кишерҙе, һарымһаҡты ҡырғыстан үткәреп, 45 минут бешерергә. Һуңынан тәмләткестәр, дөгө ярмаһын, уксус һалып. тағы ярты сәғәт утта тоторға. Әҙер массаны банкаларға һалып, 20 минут стерилләргә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас