Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
13 Сентябрь 2023, 10:00

Тире ауырыуҙарынан ярҙам иткән һарымһаҡ кремын эшләп ҡалығыҙ

Тәнде сөйәл баҫып китһә йә төрлө папилломаларҙан ҡотолорға теләһәгеҙ, һарымһаҡтан крем эшләп алығыҙ. Бының өсөн хәҙер яҡшы мәл – һарымһаҡтың көслө сағы. Шулай итеп 1 сәй ҡалағы ваҡ итеп төйөлгән һарымһаҡҡа 2 сәй ҡалағы ҡул кремын ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Артабан...

Тире ауырыуҙарынан ярҙам иткән һарымһаҡ кремын эшләп ҡалығыҙТире ауырыуҙарынан ярҙам иткән һарымһаҡ кремын эшләп ҡалығыҙ
Тире ауырыуҙарынан ярҙам иткән һарымһаҡ кремын эшләп ҡалығыҙ

Һарымһаҡ кремы

Тәнде сөйәл баҫып китһә йә төрлө папилломаларҙан ҡотолорға теләһәгеҙ, һарымһаҡтан крем эшләп алығыҙ. Бының өсөн хәҙер яҡшы мәл – һарымһаҡтың көслө сағы.

Шулай итеп 1 сәй ҡалағы ваҡ итеп төйөлгән һарымһаҡҡа 2 сәй ҡалағы ҡул кремын ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Уны мамыҡҡа йә бинтҡа һалып, сөйәлдәр булған урынға ҡуйып, бәйләп ҡуйығыҙ. 3-4 сәғәттән алабыҙ һәм крем һөрткән урынды һабынлап йыуып алабыҙ. Һарымһаҡ кремын 3 – 6 аҙна дауамында һөртөргә була. Һау-сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас