Файҙалы кәңәштәр
11 Сентябрь 2023, 09:50

Кишерҙе ҡар аҫтында һаҡлағанығыҙ бармы?

Кишерҙе ҡаҙып алыу һәм ҡышҡылыҡҡа һаҡлау ысулдарын ҡарайыҡ. Тағы бер шәп ысул бар. Түтәлдәге кишерҙең бер өлөшөн ҡаҙып алмай ҡар аҫтында һаҡлағыҙ. Уны яҙ етеп, ер ирей башлау менән ҡаҙып алырға кәрәк. Бындай яҙғы кишер бик тәмле булыуы менән айырыла...

Кишерҙе ҡар аҫтында һаҡлағанығыҙ бармы?Кишерҙе ҡар аҫтында һаҡлағанығыҙ бармы?
Кишерҙе ҡар аҫтында һаҡлағанығыҙ бармы?

Кишерҙе һәнәк менән ҡаҙып алһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Уның һабағын тулыһынса ҡырҡырға кәрәк. Сөнки һабағы әҙ генә ҡалһа ла, ул үҫә башлаясаҡ һәм серейәсәк. Кишерҙе рәткә теҙеп, өҫтөнә ҡом һибеп һаҡлайҙар.

Тағы бер ысул: кишерҙе һәйбәтләп йыуырға, яҡшылап киптерергә һәм полиэтилен ҡапсыҡтарға һалырға. Ҡапсыҡтың ауыҙын ныҡлап бәйләп ҡуйығыҙ.

Тағы бер шәп ысул бар. Түтәлдәге кишерҙең бер өлөшөн ҡаҙып алмай ҡар аҫтында һаҡлағыҙ. Уны яҙ етеп, ер ирей башлау менән ҡаҙып алырға кәрәк (яңынан үҫә башларға өлгөрмәһен). Бындай яҙғы кишер бик тәмле булыуы менән айырыла.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас