Файҙалы кәңәштәр
10 Сентябрь 2023, 07:00

Гладиолустарҙы ҡасан ҡаҙып алырға?

Гладиолусты һаҡлау өсөн картон йәшниктәр йәки ҡапҡаслы ҡаптар ҡулланығыҙ. Уларҙың эсен дихлофос менән эшкәртегеҙ. Кипкән гладиолустарҙы капрон ҡаптарҙа, гәзиткә төрөп һаҡлағыҙ...

Гладиолустарҙы ҡасан ҡаҙып алырға?Гладиолустарҙы ҡасан ҡаҙып алырға?
Гладиолустарҙы ҡасан ҡаҙып алырға?

Гладиолусты һаҡ ҡына ҡаҙып алығыҙ ҙа, сорттары, ҙурлыҡтары буйынса бүлеп сығығыҙ. Сәсеү материалын тәүҙә “Интавир” йәки “Искра” иретмәһендә йыуығыҙ, аҙаҡ марганцовкаға һалығыҙ. Бынан һуң һуғанбаштарҙы гәзиткә теҙеп һалып киптерегеҙ. Бер аҙна самаһы йылы урында тоторға кәрәк, шулай уҡ бина даими елләтелһен. Бынан һуң сәсеү материалын бер ай буйы 18 – 20 градус йылыла киптерегеҙ. Гладиолусты һаҡлау өсөн картон йәшниктәр йәки ҡапҡаслы ҡаптар ҡулланығыҙ. Уларҙың эсен дихлофос менән эшкәртегеҙ. Кипкән гладиолустарҙы капрон ҡаптарҙа, гәзиткә төрөп һаҡлағыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас