Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
10 Сентябрь 2023, 05:05

Георгинды ҡышҡылыҡҡа әҙерләү

Ҡаҙып алыр алдынан һабаҡтарын 10 сантиметр самаһы ҡалдырып ҡырҡығыҙ. Георгиндың тупрағын ҡырып таҙартығыҙ, насар бүлбеләрен ҡырҡып ырғытығыҙ. Артыҡ нәҙек күренгән тамырҙарын да өҙгөләп ташлағыҙ...

Георгинды ҡышҡылыҡҡа әҙерләүГеоргинды ҡышҡылыҡҡа әҙерләү
Георгинды ҡышҡылыҡҡа әҙерләү

 Был сәскәне октябрь урталарында ҡаҙып алалар, ул ҡырауға бирешеп, ҡарая башлаған булырға тейеш. Ҡаҙып алыр алдынан һабаҡтарын 10 сантиметр самаһы ҡалдырып ҡырҡығыҙ. Георгиндың тупрағын ҡырып таҙартығыҙ, насар бүлбеләрен ҡырҡып ырғытығыҙ. Артыҡ нәҙек күренгән тамырҙарын да өҙгөләп ташлағыҙ. Бынан һуң уны ярты сәғәт марганцовка иретмәһендә тотоғоҙ. Һаҡларға ҡуйыр алдынан георгиндарҙы аҙна-ун көн һыуыҡта тотоп алыу файҙалы. Сәскә бүлбеләре йәшниктәрҙә йәки кәштәләрҙә һаҡлана. Һауала 80 процент дым булырға тейеш, дым етмәгән урында улар кибә һәм эшлектән сыға. Әгәр был тиклем дымды булдырып булмаһа, георгинды йәшниктәргә ҡом, торф йәки ағас вағы менән бутап һалығыҙ. Әллә ни күп булмаған бүлбеләрен бер нисә ҡат дымлы гәзиткә төрөп һаҡларға була, крафт-ҡағыҙ ҙа ҡулланыла. Тик был осраҡта сәсеү материалын һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Гәзитен әленән-әле алмаштырығыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас