Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
10 Сентябрь 2023, 06:00

Бегонияны ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ

Бегонияның һуғанбаштарын көслө ҡырауҙарға тиклем ҡаҙып алырға кәрәк. Һаҡлар өсөн сәскәнең һабағын 2–3 сантиметрға тиклем ҡырҡып ташлағыҙ...

Бегонияның һуғанбаштарын көслө ҡырауҙарға тиклем ҡаҙып алырға кәрәк. Һаҡлар өсөн сәскәнең һабағын 2–3 сантиметрға тиклем ҡырҡып ташлағыҙ. Һуғанбаштарҙы көрәк менән ҡаҙып алып, йәшниккә һалығыҙ ҙа, һауа алған, әммә йылы урынға күсерегеҙ. Ике аҙна самаһы үткәс, ҡалған ботаҡтарҙы алып ташлағыҙ, йәбешеп торған тупрағынан һәм башҡа кәрәкмәгән сүп-сарынан таҙартығыҙ. Бегония һуғанбаштарын һаҡлау өсөн 6 – 8 градус йылы кәрәк. Уларҙы торф йәки ағас вағы менән ҡаплап ҡуйыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас