Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
9 Сентябрь 2023, 10:10

Бәшмәктән нисек ағыуланмаҫҡа һәм нисек эшкәртергә?

Йыйып алған бәшмәкте шунда уҡ эшкәртеү хәйерле. Иң күбе алты сәғәткә тиклем тотоу мөмкин. Артабан хәүеф барлыҡҡа килә, сөнки ул боҙола башлай. Ниндәй бәшмәк йыйһағыҙ ҙа, уны бешереп алыу кәрәк. Ике тапҡыр! Беренсе һыуға бәшмәктәр токсиндарын сығара, уны ҡайнап сығыу менән түгергә кәрәк. Икенсе һыу бәшмәктәр төпкә төшкәс түгелә. Төрлө бәшмәкте бер-береһенән айырып бешерегеҙ. Һәр бәшмәктең бешеп сығыу ваҡыты төрлөсә, шуға күрә бергә һалһағыҙ, ҡайһыһылыр бешмәй ҡалыуы бар...

Бәшмәктән нисек ағыуланмаҫҡа һәм нисек эшкәртергә?Бәшмәктән нисек ағыуланмаҫҡа һәм нисек эшкәртергә?
Бәшмәктән нисек ағыуланмаҫҡа һәм нисек эшкәртергә?

Йыл һайын республикала бәшмәк менән ағыуланыу осраҡтары теркәлә. Был бик хәүефле, сөнки “урман ите” үлемгә лә килтереүе бар. Бәшмәк менән ағыуланмаҫ өсөн нимә эшләргә һуң? Иң мөһиме – уларҙы ныҡлы белергә кәрәк.

Шулай итеп, эшләпәле бәшмәктәр шартлы ике төргә бүленә: көпшә һымаҡтары һәм пластинкалылар. Уларҙы айырыу өсөн эшләпәһенең аҫтын ҡарағыҙ: көпшәнән торған бәшмәктәрҙә саң-һеркәләр була, ул ҡарап тороуға губкаға оҡшаған. Был бөтәһе лә яратҡан аҡ бәшмәк, ҡайын бәшмәге, майлы бәшмәк һәм башҡалар. Әгәр эшләпә аҫты нәҙек кенә пластинкаларҙан торһа, тимәк, был пластинкалы төргә ҡарай. Улар – һарыҡ бәшмәге, гөрөздә, һары бәшмәк (унда пластина урынына йыйырсыҡ). Белеп ҡуйығыҙ – бар ағыулы бәшмәктәр ҙә пластинкалылар төрөнә ҡарай. Тимәк, тәүгеләрен (көпшә һымаҡтары) һаулыҡ өсөн ҡурҡмай йыйырға мөмкин.

Шулай итеп, төп ҡурҡыныс пластинкалы бәшмәктәрҙән янай. Иң хәүефле дүрт бәшмәкте айырып ҡарайыҡ. Улар – аҡһыл ағыулы бәшмәк (поганка), аҡ ағыулы бәшмәк, ҡыҙыл мухомор һәм ҡаплан мухоморы.

Аҡһыл ағыулы бәшмәк. Ғалимдар асыҡлауынса, уның эсендә бик ҙур ағыуҙар исемлеге тупланған. Уны бик оҙаҡ итеп бешерһәң дә, даими һыуҙы алмаштырһаң да, ағыуы сыҡмай. Танылып торһа ла, ҡайһы берәүҙәр уны ашай торғаны менән бутай. Яңылышмаҫ өсөн иғтибар менән ҡарағыҙ: уның эшләпәһе аҡһыл-йәшкелт төҫтә, ҡыңғырауға оҡшаған. Аяғы оҙон, нәҙек, аҡ төҫтә, нигеҙенә ҡарай киңәйгән. Был ағыулы бәшмәктең тағы бер айырмалы һыҙаты: аяҡсаһында шекәрә дүңгәләге бар. Эшләпәһендәге пластинкалары һәр ваҡыт аҡ төҫтә була, йыш ҡына дым тамсылары йәбешеп тора.

Аҡ ағыулы бәшмәк. Был ҡарағай һәм шыршы урмандарында үҫкән бәшмәк тышҡы ҡиәфәте менән аҡһыл ағыулы бәшмәккә оҡшаған. Айырмаһы: ул ап-аҡ эшләпәле һәм тәңкәләре юҡ тиерлек. Йәш бәшмәктең эшләпәһе ҡалпаҡ кеүек, ә өлкәндәренеке турая һәм диск формаһына оҡшап ҡала. Шулай уҡ еҫенә иғтибар итегеҙ. Уның еҫе бик насар.

Сағыу, ҡыҙыл эшләпәһенә аҡ таптар төшкән мухоморҙарҙы һәр кем таныйҙыр.

Бәшмәкте ямғырҙан һуң йыймағыҙ – тиҙ боҙола.

Йыйып алған бәшмәкте шунда уҡ эшкәртеү хәйерле. Иң күбе алты сәғәткә тиклем тотоу мөмкин. Артабан хәүеф барлыҡҡа килә, сөнки ул боҙола башлай. Ниндәй бәшмәк йыйһағыҙ ҙа, уны бешереп алыу кәрәк. Ике тапҡыр! Беренсе һыуға бәшмәктәр токсиндарын сығара, уны ҡайнап сығыу менән түгергә кәрәк. Икенсе һыу бәшмәктәр төпкә төшкәс түгелә. Төрлө бәшмәкте бер-береһенән айырып бешерегеҙ. Һәр бәшмәктең бешеп сығыу ваҡыты төрлөсә, шуға күрә бергә һалһағыҙ, ҡайһыһылыр бешмәй ҡалыуы бар.

Бәшмәкте киптереп һаҡларға теләһәгеҙ, уны епкә теҙеп, ел үтә өрмәгән урынға ҡуйығыҙ. Киптерергә әҙерләгән бәшмәкте йыуырға ярамай.

Киптерелгән бәшмәктән аш-һыу әҙерләр алдынан уны йомшартыу өсөн бер аҙ һөттә тотоп алығыҙ.

Шампиньон ҡараймаһын өсөн, уны таҙартҡас та тоҙло һыуға һалып тороғоҙ.

Эшләпәһен аҫҡа ҡаратып һалһаң, бәшмәк тигеҙ тоҙлана һәм маринадлана, шулай уҡ оҙағыраҡ һаҡлана.

Тоҙланған бәшмәк боҙолмаһын тиһәгеҙ, өҫтөнә аҙ ғына үҫемлек майы ҡойоғоҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас