+24 °С
Ямғыр


Баҡсала ниҙәр эшләйбеҙ?
Ҡойолған алма, груша, сливаны шунда уҡ эш итегеҙ. Ашарға ярамағандарын серетмә әҙерләгән ергә һалығыҙ. Киләсәктә был емештәр уңдырышлы тупраҡҡа әйләнәсәк.
3-4 йыл бер урында үҫкән баҡса еләктәрен икенсе урынға күсереп ултыртыртығыҙ. Шулай уҡ башҡа төр еләк түтәлдәрен булдырыу өсөн уңайлы осор.
Ҡышҡылыҡҡа кишер, редис, һарымһаҡ, ҡара һуған сәсеү мәле.
Ҡурай еләге, ҡара ҡарағат, крыжовник ултыртыу өсөн уңышлы осор.
Теплицала үҫкән ҡыярҙарға ашлама индерегеҙ.
Баҙҙы уңыш һалыуға әҙерләгеҙ. Уның стеналарын аҡлап сығыу күп зыянлы микробтарҙы юҡ итер.
Яңынан баш ҡалҡыта башлаған ҡара һуған, ҡуҙғалаҡ, петрушка кеүек тәмләткестәрҙе туңдырабыҙ йәки киптерәбеҙ.