+21 °С
Болотло


Ҡанды шыйығайта, тамырҙы иркенәйтә
Был эсемлек PH балансты нормалаштыра, ҡанды шыйығайта, ә өшөгәндән һуң эсһәң, яңынан тыуғандай булаһың.
✅ Лимон һәм бөтнөктән эшләнәю. Бының өсөн ярты лимон, 1-2 аш ҡалағы бал, 10 бөтнөк япрағы, 2 стакан һыу алына.
Лимонды йыуып, ҡабығынан әрсейбеҙ. Ошонда уҡ бөтнөк өҫтәп һалабыҙ. Саҡ ҡына эҫерәк һыу ҡоябыҙ һәм бал төшөрәбеҙ. Хәҙер инде блендерҙы эшкә егәбеҙ. Барыһын да уның аша үткәргәс, һөҙәбеҙ ҙә стаканға ҡоябыҙ. Шифалы эсемлек әҙер. Эсергә генә ҡалды.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.