

Һутлы ғына курниктар
Ингредиенттары:
200 гр ҡаймаҡ
200 гр аҡ май
1 балғалаҡ тоҙ
1 балғалаҡ разрыхлитель
450 гр он.
Эслек өсөн 500 гр тауыҡ ите, 1 ҙур ғына картуф, 1 башлы һуған, тоҙ, борос, прованс үләндәре алына.
Табаҡҡа ҡаймаҡ, аҡ май, тоҙ, разрыхлитель һалып болғатабыҙ ҙа, аҙ-аҙлап он өҫтәй-өҫтәй ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙың өҫтөн ҡаплап, 5 минуттай ултыртып торабыҙ.
Эслек өсөн тауыҡ итеншаҡмаҡлап турайбыҙ. Унан картуфты әрсеп, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Ике бергә һалғандан һуң тоҙ һәм тәмләткестәрҙе ҡушып, тысҡыйбыҙ.
Ҡамырҙы киҫәктәргә бүлеп, йоҡа итеп йәйәбеҙ һәм эслек һалып өсмөйөшләп йәбештерәбеҙ. Унан противенға теҙеп һалабыҙ.
200 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 40 минут бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!