Файҙалы кәңәштәр
2 Сентябрь 2023, 13:20

Артриттан ылыҫлы ванна

Бының өсөн шыршы, ҡарағай, пихта һәм кедр энәләре һәм бәләкәй генә һабағы кәрәк була. Барыһын бергә ҡушып бутап, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Унан бер аҙ төнәтегеҙ.  Әҙер төнәтмәне 40 градусҡа тиклем һыуытып, аяҡтарығыҙҙы тығып ултырығыҙ

Артриттан ылыҫлы ваннаАртриттан ылыҫлы ванна
Артриттан ылыҫлы ванна

Артриттан ылыҫлы ванна 

Бының өсөн шыршы, ҡарағай, пихта һәм кедр энәләре һәм бәләкәй генә һабағы кәрәк була. Барыһын бергә ҡушып бутап, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Унан бер аҙ төнәтегеҙ. 

Әҙер төнәтмәне 40 градусҡа тиклем һыуытып, аяҡтарығыҙҙы тығып ултырығыҙ. Ярты сәғәттән һуң йылы итеп төрөнөп, ярты сәғәттәй ятып тороғоҙ. Быныһы ла бик мөһим. 

Бындай ваннаны 2 көн һайын ҡабатлағыҙ. 

Дауаланыу курсы - 7-10 ванна.

Һыҙланыу баҫылып ҡалыр, аяғығыҙҙа еңеллек  тойорһоғоҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Халыҡ медицинаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас