+24 °С
Ямғыр
Үҙ һутында слива әҙерләү
Кәрәк була: 2 кг слива, 0,5 кило шәкәр ҡомо. Ләкин уны сливаның ни тиклем татлы буыуына ҡарап һалырға кәрәк.
Сливаны йыуып, һыуын һарҡытабыҙ. Һөйәген алып, өҫтөнә шәкәр ҡомо һибә-һибә банкаларға тултырабыҙ. Банкаларҙы ҡайнап торған һыуға ултыртып, стерилләйбеҙ. Сливалар төпкә төшә башлаһа, емештәрҙе өҫтәй торабыҙ. Стерилләгәндә сливаның һуты сығасаҡ, шәкәр ҡомо ирейәсәк. Шунан банкаларҙы тимер ҡапҡас менән ябып, аҫҡа ҡаратып, әйләндереп ҡуябыҙ. Өҫтөнә йылы әйбер ҡаплап, бер тәүлеккә һыуынырға ҡалдырабыҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: