+24 °С
Ямғыр


Тубыҡтарығыҙ һыҙлаймы? Әле бар ерҙә шаулап үҫкән дегәнәк япраҡтарын ҡулланығыҙ. Уны парға тотоп алығыҙ һәм бал һөртөп һыҙлаған тубыҡтарға ябығыҙ. Тышынан йылытып, урап ҡуйығыҙ. Ошондай 10 сеанс һыҙлауҙарҙы баҫыр. Дегәнәк баш ауыртыуын да баҫа. Япраҡты әҙерәк парға тотоп алығыҙ ҙа, йөнлө яғын башығыҙға ябып, яулыҡ менән урап ҡуйығыҙ. Был ысул баш ауыртыуҙарын яҡшы баҫа. Сәстәргә лә бик килешә. Тик дауаланыуҙы 10 – 15 башлағыҙ. Артабан хәлегеҙгә ҡарап, ваҡытты оҙайтырға була.