+24 °С
Ямғыр


Бының өсөн 1 кг фарш, 2 башлы һуған, 1 йомортҡа, берәр балғалаҡ паприка, ҡара борос, тоҙ, бер ус йәшелсә, 6-7 ҡабығынан әрселгән картуф, 2-3 помидор, берәр ҡыҙыл һәм йәшел борос, 1,5 стакан һыу, ярты аш ҡалағы үҫемлек майы, 1,5 аш ҡалағы томат пастаһы, 2 теш һарымһаҡ кәрәк була.
Фаршҡа ит турағыстан үткәрелгән һуғанды, йомортҡаны, тәмләткестәрҙе, тоҙ ҡушып тысҡыйбыҙ ҙа йоморлап, әүәләп противенға теҙәбеҙ. уның янына ҡырҡҡыслап картуф, помидор, боросто һүрәттәге кеүек итеп теҙәбеҙ.
Һыуға тоҙ һәм томат пастаһын һалып болғатабыҙ ҙа противенға ҡоябыҙ.
Листың өҫтөн пергамент ҡағыҙ менән ябып, духовкала 30 минут бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!