Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
26 Август 2023, 05:30

Ҡышҡылыҡҡа баҙҙы тултырабыҙ

Уңғанбикәләр ял көндәрендә салат ябып та өлгөрә. Һеҙҙең өсөн кишер икраһы, рассольник, лечо, ташҡабаҡ һәм ҡыҙыл сөгөлдөрҙән эшләнгән бик тәмле салаттар рецептары. Уларҙы ла эшләп ҡарағыҙ. Бик тәмле килеп сыға. Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйырға ла онотмағыҙ. Матур һәм файҙалы ялдар!

Ҡышҡылыҡҡа баҙҙы тултырабыҙҠышҡылыҡҡа баҙҙы тултырабыҙ
Ҡышҡылыҡҡа баҙҙы тултырабыҙ

Кишер икраһы

Кишерҙән эшләнгән икраға 2 кг кишер, 3 кг помидор, 1 кг һуған, 1 кг сөгөлдөр, 3 татлы борос, 1 әсе борос, 800 мл үҫемлек майы, 1 стакан шәкәр, 3 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы 70% уксус кәрәк була. 

Йәшелсәләрҙе матур итеп йыуығыҙ. Кишер, сөгөлдөр һәм һуғанды әрсейбеҙ ҙә ит турағыстан үткәрәбеҙ. 

Үҫемлек майы, шәкәр, тоҙ өҫтәп утҡа ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 2 сәғәт бешерәбеҙ. Уттан алыр алдынан уксус өҫтәйбеҙ. 

Әҙер икраны стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡасын нығытабыҙ ҙа баштүбән әйләндереп ултыртабыҙ. 

Лечо

5 килограмм татлы борос, 4 килограмм помидор, 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы өйөп тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы 9 процентлы уксус кәрәк.

Помидорҙы ваҡлап турайбыҙ ҙа, ҡайнатабыҙ. Боросто һалам формаһында киҫәбеҙ. Томат соусына шәкәр, тоҙ, май һалып ҡайнатабыҙ ҙа боросто ҡушып һәйбәтләп бутайбыҙ. 15-20 минут болғап ҡайнатабыҙ. Шунан уксус өҫтәп стирелләнгән банкаларға һалабыҙ. Ярты литрлы 10 банка сыға.

Рассольник

2-3 килограмм ҡыяр, 0,5-әр килограмм кишер, һуған, алдан бешерелгән перловка ярмаһы (2-3 стакан), укроп, петрушка, самалап тоҙ, шәкәр ҡомо, 500 грамм томат пастаһы, 200 мл үҫемлек майы, 4 аш ҡалағы уксус алына.

Йәшелсәне ваҡ ҡырғыстан үткәрергә, һуғанды ярымҡулсалап, укропты, петрушканы турарға.

Май һалып бешерергә ҡуйырға. 40 минут быҡтырғас, перловка өҫтәп, тағы ла 5 минут ҡайнатырға, банкаларға тултырырҙан алда усус һалырға. Банкаларҙы ҡаплап, һыуынғансы юрған аҫтында ҡалдырырға. 6-7 (0,7) банка була.

 Ҡыҙыл сөгөлдөрҙән һәм ташҡабаҡтан

3 кг ҡыҙыл сөгөлдөр, 3 кг ташҡабаҡ, 1,5 кг һуған, 3 аш ҡалағы тоҙ, 300 г шәкәр ҡомо, 100 мг  9% уксус, 0,5 ст шыйыҡ май.

Тышынан һәм орлоҡтарынан таҙартылған ташҡабаҡты, тышы әрселгән сөгөлдәрҙө эре ҡырғыстан ыуғас, ярымтүңәрәуләп туралған һуған, тоҙ, май, шәкәр, уксус  ҡушып болғатабыҙ ҙа 30 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Һуңынан ошо массаны 40 минут быҡтырып алғас стерилләнгән банкаларға һалып тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ ҙа, банкаларҙы әйләндереп ҡуйып юрған аҫтында һыуынғансы тотабыҙ.

Барыһын да яратып ашайбыҙ, бик тәмле килеп сыға.

 

Ҡышҡылыҡҡа баҙҙы тултырабыҙ
Ҡышҡылыҡҡа баҙҙы тултырабыҙ
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас