

Өфө пенсионерҙары, 60 - 85 йәштәге, Салауат районына ҡунаҡҡа килә. Улар бәшмәккә бара. Ҡайтҡас, был бәшмәкте ҡыҙҙырып ашарға булалар. Әммә ашағандан һуң уларға ҡапыл ҡыйын була. "Ашығыс ярҙам" уларҙы дауаханаға алып китә. Бында уларға "билдәһеҙ бәшмәк менән ағыуланыу" диагнозын ҡуялар.
Үҙегеҙ йә яҡындарығыҙ ағыуланһа ни эшләргә?
"Тиҙ ярҙам" саҡыртырға. Түшәк режимын һаҡларға.
Табип килгәнсе ваҡ-ваҡ йотомдар менән 4-5 стакан ҡайнаған һыу йәки марганцовканың көсһөҙ иретмәһен эсергә.
Тел төбөнә ҡалаҡ һабы йәки бармаҡ менән баҫып, яһалма ҡоҫорға. Быны бер нисә тапҡыр ҡабатларға. Әгәр ағыуланыу былай ҙа ҡоҫторһа, ул саҡта өҫтәмә рәүештә яһалма ҡоҫоу кәрәкмәй.
Ағыуҙы эсәктәрҙән сығарыу өсөн сорбент (10 төймә әүҙем күмер йәки 1 аш ҡалағы энтеросгель) эсергә. Шуларға өҫтәп аҡ сәскә (ромашка) төнәтмәһе менән клизма яһарға мөмкин.