Файҙалы кәңәштәр
19 Август 2023, 04:20

Сөгөлдөрҙән

Был салатты "кобра салаты" тип тә йөрөтәләр. Нисек кенә аталмаһын, баҙығыҙҙан иң тәүҙә ошо салат (икра тиһәгеҙ ҙә була) китеп бөтәсәк. Эшләүе еңел, уксус ҡушырға ла кәрәкмәй.  3 кг помидор, 2 кг сөгөлдөр, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1-2 әсе борос, ярты стакан көнбағыш майы, тәменә ҡарап тоҙ алығыҙ... 

СөгөлдөрҙәнСөгөлдөрҙән
Сөгөлдөрҙән

Ошо йәшелсәләрҙең барыһын да ит турағыс аша үткәрегеҙ (кем һарымһаҡ ярата, бер баш һарымһаҡ өҫтәйбеҙ). Тоҙ, көнбағыш майы ҡушып болғатығыҙ һәм һүрән утта бер сәғәт бешерегеҙ. Таҙа банкаларға эҫе килеш һалып, стерилләнгән ҡапҡастар менән ябығыҙ. Бик тәмле салат әҙер. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас