+21 °С
Болотло
Бик тәмле сөгөлдөр салаты
4 кг сөгөлдөрҙө ит тартҡыстан үткәрергә. 0,5 кг һуғанды, 1,5 кг помидорҙы турарға. Сөгөлдөр, һуған, помидорҙы, 2 аш ҡалағы тоҙ, тулыр-тулмаҫ бер стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан көнбағыш майын бергә һалып ҡайнатырға. Әҙер булырға ун минут ҡалғас, 0,5 кг татлы борос менән 200 г һарымһаҡты үткәререп, дөйөм массаға өҫтәйбеҙ. Һуңынан 9 прцентлы ярты стакандай һеркә ҡоябыҙ.
Бындай салаттан аш бешерергә лә, үҙен генә ашарға ла мөмкин.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: