Файҙалы кәңәштәр
17 Август 2023, 07:25

Картуфтан котлеттар

Ҡәҙерле дуҫтар!Әйҙәгеҙ, төшкөлөккә картуфтан ошондай тәмлееее генә котлеттар бешерәйек.Бының өсөн 1 кг картуф, 150 гр сыр, 2 йомортҡа, 100 гр ҡаймаҡ, 4 аш ҡалағы он, йәшелсә, ҡара борос кәрәк була.

Картуфтан котлеттарКартуфтан котлеттар
Картуфтан котлеттар

Ҡәҙерле дуҫтар!
Әйҙәгеҙ, төшкөлөккә картуфтан ошондай тәмлееее генә котлеттар бешерәйек.

👉Бының өсөн 1 кг картуф, 150 гр сыр, 2 йомортҡа, 100 гр ҡаймаҡ, 4 аш ҡалағы он, йәшелсә, ҡара борос кәрәк була.

⚡Башта картуфты тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. унан һыуын түгеп, йәшелсә, сыр, борос ҡушып иҙәбеҙ.

🍪Иҙмәнән йоморсаҡтар эшләйбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта ймортҡаға ҡаймаҡ, он ҡушып туҡыйбыҙ. Был ҡуйы ҡаймаҡ кеүек ҡамырға котлеттарҙы әүәләп алабыҙ ҙа майҙа ҡурабыҙ. Хас та видеолағы кеүек.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас