+24 °С
Ямғыр
Тәүҙә помидорҙарға ҡайнаған һыу ҡоябыҙ һәм тышын әрсейбеҙ. Уларҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ, орлоҡтары төшмәһен өсөн һөҙгөс аша һөҙәбеҙ. Шунан эмалле һауытҡа һалып талғын ғына утта ҡайнатабыҙ. Тәменә ҡарап тоҙ, шәкәр ҡушабыҙ.
Ҡайнап сыҡҡас, өҫтөндәге күбек бөткәс һүндерәбеҙ. Аш содаһы менән таҙа итеп йыуылған, стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ҡапҡасын ябабыҙ. Һыуығас, ҡояш нуры төшмәгән урында һаҡлайбыҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:4cfd01aaa51f8c0a4389f238245cce5d