+24 °С
Ямғыр
ҠАБАҠТАН "ҠӘЙНӘ ТЕЛЕ" ТУРАМАҺЫ
Ингредиенттар:
3 кг ҡабаҡ
3 штук татлы борос
1 литр томат һуты
1 штук ҡуҙаҡлы борос (стручковый перец)
2 аш ҡалағы тоҙ
1 стакан (250 гр) шәкәр
1 стакан үҫемлек майы
100 гр иҙелгән һарымһаҡ
60 гр һеркә 9%
Әҙерләү:
Һалмалап туралған боростарға томат һутын ҡойоп болғатырға, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы өҫтәргә һәм ҡайнатырға кәрәк.
Ҡайнап сыҡҡас, түңәрәкләп туралған ҡабаҡтарҙы өҫтәйбеҙ. 15-20 минут бешерергә. Аҙаҡтан һарымһаҡ һәм һеркә өҫтәйбеҙ. Стерилләнгән банкаларға һалып ҡапҡастарын ябырға.
3 килограмм ҡабаҡҡа 1 литр һут етә, сөнки бешергәндә ҡабаҡтарҙың һуты сыға.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: