+24 °С
Ямғыр


Был шәп маска өсөн 2 йомортҡа ағы (берәү ҙә етеүе ихтимал), лимон һуты, 1 балғалаҡ бал, зәйтүн майы кәрәк була.
Йомортҡа ағына 2-3 тамсы лимон һутын, 1 балғалаҡ бал, ҡалаҡ осонда ғына зәйтүн майы алына.
Битте йыуып, һөрткәндән һуң масканы һылайбыҙ. Ул саҡ ҡына һурыҡһа, икенсе ҡатты һылайбыҙ. Ошолай беҙ бер нисә ҡатты һылап, әҙерләп алған масканы һылап бөтөрәбеҙ. Унан 20 минут көтәбеҙ ҙә йылы һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.
Һау-сәләмәт һәм матур булып ҡалығыҙ!