+24 °С
Ямғыр


Ике ҡатын һөйләшеп ултыра икән. Беренсеһе зарлана икән:
- Минең ирем эсеп тик йөрөй. Бер айныҡ көнө юҡ, - ти икән.
Ә икенсеһе тыныс ҡына:
- Ә минеке байрамдарҙа, йә мунса көнөндә генә эсә.
Шул саҡ икенсе ҡатындың ире ҡайтып инә:
- Ҡыҙҙар-йондоҙҙар! Бөгөн ниндәй байрам?
Ҡатындар бер тауыштан:
- Байрам түгел! - тигәндәр.
Ирҙең иҫе китмәй генә:
- Улайһа мин мунсаға киттем! - ти икән.
Мунса көнө менән, дуҫтар!