Файҙалы кәңәштәр
11 Август 2023, 05:23

Ҡабаҡтан лечо

Ҡабаҡтан ошондай лечо эшләргә була. Бик тәмле килеп сыға.  1 литр һыуға 2 кг ҡабаҡ, 350 гр томат пастаһы, 1 стакан шәкәр, 1 стакан үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 десерт ҡалағы уксус эссенцияһы, 3-4 болгар боросы, 5-6 башлы һуған, 5-6 помидор алына.   

Ҡабаҡтан лечоҠабаҡтан лечо
Ҡабаҡтан лечо

Ҡабаҡтан ошондай лечо эшләргә була. Бик тәмле килеп сыға. 

1 литр һыуға 2 кг ҡабаҡ, 350 гр томат пастаһы, 1 стакан шәкәр, 1 стакан үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 десерт ҡалағы уксус эссенцияһы, 3-4 болгар боросы, 5-6 башлы һуған, 5-6 помидор алына. 

Ҡабаҡтарҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ. Алдан ҡабығын әрсергә, орлоғон таҙартыға онотмайбыҙ. 

борос, һуған һәм помидорҙы киҫәкләп турайбыҙ. 

Эмалле кәстрүлгә һыу ҡоябыҙ, томат пастаһын, шәкәр, үҫемлек майын, уксус эссенцияһын һабалыҙ.

Утҡа ултыртып, ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ. Шул саҡта ғына туралған ҡабаҡтарҙы һалып, 10 минут бешерәбеҙ. 

Болгар боросон өҫтәйбеҙ ҙә йәнә 10 минут бешерәбеҙ. 

Һуған ҡушабыҙ ҙа тағы ла 10 минут бешерәбеҙ. 

Помидор өҫтәп, йәнә 10 минут бешерәбеҙ. 

Лечо әҙер. Хәҙер инде стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас