+24 °С
Ямғыр


#Төнгө_Һаҡмар
Эҫе көндәр яйлап ҡына артта ҡалып килә. Шулай ҙа йорт эсе әле лә эҫе килеш ҡала. Бындай эҫелә йоҡа япма ябынып йәки бөтөнләй ябынмай йоҡлайбыҙ. Ә бына ғалимдар иҫбатлауынса ауыр юрған аҫтында йоҡлауға бер нәмә лә етмәй икән.
Ҡалын юрған кеше тиреһе өсөн бик тә файҙалы икән. Уны ҡосаҡ менән сағыштырырға булыр ине. Ә был, үҙ сиратында, эндорфин эшкәртеп сығара.
Һөҙөмтәлә кеше ирәйеп, наҙланып тиҙ генә йоҡлап китә.
Был турала һеҙ белә инегеҙме? Әйҙәгеҙ, ошо турала һөйләшеп алайыҡ!
Хәйерле төн! Татлы төштәр күрегеҙ!