

Ҡыяр һуты
Ҡыяр һутынан яһалған эсемлек юғары ҡан баҫымынан яфа сигеүселәргә ярҙам итә. Шифалы эсемлекте әҙерләү өсөн ҡыяр һутын минераль һыу менән яртылаш ҡушабыҙ, ә бөтнөк һәм әфлисун да өҫтәһәк, һалҡынса лимонад килеп сыға. Айырыуса эҫелә шул рәүешле ҡан баҫымын кәметергә һәм үҙеңде яҡшыраҡ хис итергә мөмкин. Әммә магазиндарҙа һатылған йәшелсәләрҙә ҡайһы саҡта файҙалы ғына түгел, һаулыҡ өсөн зарарлы матдәләр ҙә булыуы мөмкин. Шуға ла магазиндан һатып алынған ҡыярҙы ҡабығынан таҙартырға кәрәк. Яңы ғына түтәлдән өҙөп алған үҙебеҙҙең ҡыяр иң файҙалыһы буласаҡ, сөнки беҙ ултыртканда ниндәй ашламалар ҡулланыуыбыҙҙы һәм бер ниндәй химия булмауын беләбеҙ. Тимәк, хәҙер ҡыяр һуты эшләп эсеү өсөн иң уңайлы мәл. Һау-сәләмәт булығыҙ!