+24 °С
Ямғыр


Был ҡайнатма хуш еҫле, тәмле һәм матур була. Ә тәме буйынса мандаринды хәтерләтә!
1 кг кишер, 1 кг лимон, 2 кг шәкәр, бысаҡ осонда ванилин алабыҙ. Баштан кишерҙе таҙартабыҙ, лимонды ҡабығы менән турайбыҙ, төштәрен алабыҙ. Ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Шуға шәкәр ҡушабыҙ. Болғата-болғата 40 минут ҡайнатабыҙ. Иң аҙаҡтан ванилин өҫтәйбеҙ. Банкаларға бушатабыҙ һәм ябып ҡуябыҙ. Баҙҙарыбыҙ ҙа, күңелебеҙ ҙә тулы булһын!