+24 °С
Ямғыр


«АТЛАНТ» салаты
Был тәмле салатҡа 3 кг помидор, 1 кг болгар боросы, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 3 стакан фасоль кәрәк була.
Башта фасолде бешер-бешмәҫ булғансы бешереп алайыҡ.
Ә бына помидорҙы ит турағыс аша үткәрер кәрәк. Һаналып үткән башҡа йәшелсәләрҙе шаҡмаҡлап турайбыҙ.
Хәҙер инде барыһын бергә яҡшылап бутайбыҙ ҙа 1,5 стакан шәкәр, 1,5 стакан үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы тоҙ һалып бешерергә ултыртайыҡ.
Ҡайнап сыҡҡандан һуң бер сәғәт бешерәбеҙ. Утты һүндерерҙән 5 минут алда 70 процентлы уксус (2 балғалаҡ) өҫтәйбеҙ.
Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!