+24 °С
Ямғыр


Һары мәтрүшкәне майла ла ҡулыңа һөрт!
Ҙур булмаған шешәгә яңы ғына өҙөлгән, йәки кипкән һары мәтрүшкәне һалып, өҫтөнә сыҡҡансы үҫемлек майын ҡойоғоҙ. Унан ҡапҡасын нығытып ҡуйығыҙ.
Майлы шешәне һыуытҡыстың аҫҡы кәштәһенә ултыртығыҙ.
Был май 1 айҙан әҙер булыр.
Был мәтрүшкәле хуш еҫле майҙы ҡулығыҙҙы яҡшылап йыуғандан һуң төнгөлөккә һөртөп ятығыҙ. Шулай уҡ был май сыйылған, ҡырҡылған бәләкәй яраларға ла ярап ҡала. Ҡул быуыны өсөн дә фик файҙалы.
Иртәнсәк ҡулығыҙ йомшаҡ ҡына, шыма ғына булып ҡалыр. Ваҡ-төйәк яралар ҙа юҡҡа сығыр, ҡыҙарып, ярһып торған урыны ла бөтөр.
Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ!