+24 °С
Ямғыр


Ҡанды сәй менән таҙартайыҡ
Был сәй бауыр һәм бөйөр эшмәкәрлеген, аппетитты яҡшырта, ҡанды таҙарта, ҡан баҫымын кәметә, неврозды бөтөрә.
Был сәйҙә төп компонент булып, эт дегәнәге, уның икенсе исеме һырлан (череда) тора. 20 гр кипкән үләнде ваҡлап онтап, 1 стакан һыуға һалығыҙ. 15 минут ҡайнатығыҙ. 1 сәғәт төнәтегеҙ.
Әҙер төнәтмәне көнөнә 2 – 3 тапҡыр эсегеҙ: 4 йәшкә тиклемге балалар берәр балғалаҡ; 4 йәштән 12 йәшкә тиклемге балалар 1-әр десерт ҡалағы; 12 йәштән өлкәндәр 1/4 стакaн эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарҙы ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.