

Ҙур булмаған банкаларға тоҙлаһағыҙ. отошло булыр. Йәй буйы ваҡыт түгеп эшләнем, ашап бөтмәйҙәр инде, тип борсолоп йөрөмәҫһегеҙ.
Шулай итеп 1 йәки 1,5 литрлыҡ банканы стерилләгеҙ. Мин йыуылған банканы 3-5 минут микроволновкала әйләндереп алам. Уның эсенә бер нисә япраҡ ҡарағат, сейә (хрен, миләш, кем нимә ярата), бер һабаҡ укроп, 2-3 тырнаҡ һарымһаҡ, 5 ҡәнәфер һәм 5 ҡара борос бөртөгө, ике лавр япрағы, йыуылған һәм энә менән һабағынан өҙөлгән урынынан тишелгән помидорҙарҙы, ярты аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр һалабыҙ. Өҫтөнә банканың өҫтөнә тиклем ҡайнап торған һыу ҡоябыҙ. 10 минут ултыртып торабыҙ. Артабан банканың һыуын ғына кәстрүлгә ҡойабыҙ. Ҡайнатып сығарабыҙ. Яңынан помидорҙар өҫтөнә ҡоябыҙ, 30 мл уксус өҫтәйбеҙ һәм стрелилләнгән ҡапҡас менән ябабыҙ ҙа. һыуынғансы урап торабыҙ. Үтә күренмәле, помидоры ла, тоҙламаһы ла иҫ киткес тәмле ҡышҡы ризыҡ әҙер. Бәхетле булығыҙ!
Гүзәл Салихова.