Файҙалы кәңәштәр
3 Август 2023, 14:15

Ҡандағы шәкәрҙе кәметеү өсөн

Бының өсөн 20 см оҙонлоҡтағы, 1,5-2 см ҡалынлыҡтағы керән (хрен) тамыры, 9 теш һарымһаҡ, сифатлы һыра, 1 литрлыҡ быяла банка. Керән тамырын яҡшылап йыуығыҙ. Тик ҡабығынан әрсемәгеҙ. ң  

Ҡандағы шәкәрҙе кәметеү өсөнҠандағы шәкәрҙе кәметеү өсөн
Ҡандағы шәкәрҙе кәметеү өсөн

Ҡанда шәкәр кимәлен кәметеү

Халыҡ рецебы

Бының өсөн 20 см оҙонлоҡтағы, 1,5-2 см ҡалынлыҡтағы керән (хрен) тамыры, 9 теш һарымһаҡ, сифатлы һыра, 1 литрлыҡ быяла банка.

Керән тамырын яҡшылап йыуығыҙ. Тик ҡабығынан әрсемәгеҙ. 

Уны ваҡ итеп турап, банкаға төшөрөгөҙ. 

Һарымһаҡты таҙартып йыуығыҙ ҙа турап керән янына төшөрөгөҙ. 

Был масса өҫтөнә һыра ҡойоп, ҡараңғы урынға 10 көнгә ултыртып тороғоҙ. 

10 көндән һуң һөҙөп алығыҙ. 

Тәүге ике көндә көнөнә 2-3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ эсегеҙ. Ҡалған көндәрҙә шулай уҡ 3-әр тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ. 

Был рецептты ҡулланып, 1 ай эсендә шәкәрҙе кәметергә була. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас