Файҙалы кәңәштәр
2 Август 2023, 07:19

Ҡабаҡтан омлет

Төшкөлөккә духовкала ҡабаҡтан омлет бешерәйек. Ә ул былай әҙерләнә... 

Ҡабаҡтан омлетҠабаҡтан омлет
Ҡабаҡтан омлет

Итальяндар был омлетты бик яратып әҙерләйҙәр һәм фриттата тип атап йөрөтәләр. Бик ябай һәм тиҙ генә әҙерләнә. 

Бының өсөн 2-3 ҡабаҡ, 4-5 йомортҡа, 130-150 гр сыр, 4-5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ, борос, кипкән һарымһаҡ алына. 

Ҡабаҡтарҙы йыуып, йоҡа ғына итеп ҡырҡҡылайбыҙ. 

Бәләкәй генә табаҡта йомортҡа менән ҡаймаҡты һалып туҡыйбыҙ. Тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Йомортҡалы заливка әҙер.

Форманы үҫемлек майы менән майлайбыҙ. Унан бер рәт туралған ҡабаҡты теҙәбеҙ. Был ҡабаҡ өҫтөнә йомортҡалы заливканы ҡоябыҙ. 

Быларҙың өҫтөнә сырҙы ҡырғыстан үткәреп һалабыҙ ҙа йәнә бер ҡат ҡабаҡ теҙәбеҙ. Ошолай бер нисә ҡат эшләйбеҙ. Иң өҫкө ҡатҡа ҡалған сырҙы һибеп, форманы 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкаға 30-35 минутҡа оҙатабыҙ. 

Әҙер фриттатаны духовканан алып, ҡырҡып табынға ултыртабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас